

Ә 68 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Елизавета Петлякова - II урында. Ул Американан Амит Элор менән көрәште. Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында ярышта Рәсәй командаһы ике миҙал яуланы.
Әйткәндәй, АҠШ командаһы көслө спортсылар килтергән: улар 3 алтын миҙал алды. Тағы бер алтын миҙал - Белоруссия ҡыҙында.
Иртәгә "Өфө-Арена"ла грек-рим көрәше буйынса үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге башлана.
Фото: Рәсәй спорт көрәше федерацияһы.