+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
21 Августа 2021, 17:29

Грек-рим көрәшендә кемдәр еңеүсе?

Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселеге тамамланыуға бара. Бөгөн грек-рим көрәшендә еңеүселәр асыҡланды. Башҡортостандан ике егет финалға сыҡҡайны. 

Грек-рим көрәшендә кемдәр еңеүсе?Грек-рим көрәшендә кемдәр еңеүсе?
Грек-рим көрәшендә кемдәр еңеүсе?

Сәйет-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриев алтын миҙал яуланы. Биш алтындың өсөнсөһө лә Рәсәй командаһында: Ислам Алиев 77 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды.  55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында иһә - Ирандан Амирреза Дехбозорги, 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Төркиәнән Мөхәммәт Бакир алтын миҙалға лайыҡ булды.

Бакаев (63 килограмға тиклем) Грузиянан дәғүәсеһе Диего Чхиквадзены 10:0 иҫәбе менән еңде. Чемпионат еңеүсеһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне. 

19 йәшлек Сәйет-Хөсәйен - Белореттан. Рәсәйҙең спорт мастеры. Алты йәшенән район спорт мәктәбендә көрәш буйынса шөғөлләнә. 

Адлан Амриев иһә 2015 йылдан Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбендә оҫталығын арттыра. Ул 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Голландиянан Тайрон Стеркенбургты 5:1 иҫәбе менән еңде.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас