+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Спорт
9 Сентября 2021, 05:50

Балалар өсөн боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин тура бәйләнештә: “Өфөлә һырғалаҡтар етмәй. Балалар хоккейын үҫтереү өсөн өҫтәмә һырғалаҡтар йәки боҙ ареналары төҙөлөрмө ?" – тип һораны.

Балалар өсөн боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәкБалалар өсөн боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк
Балалар өсөн боҙ майҙансыҡтары төҙөләсәк

– Өфөнөң тарихи үҙәгендә һырғалаҡ яһау өсөн урын юҡ. Әлегә ҡайҙа ҡуйырға икәнлеге хаҡында уйлайбыҙ. Тик был һырғалаҡ әллә ниндәй “ялтырауыҡлы” объект булмаясаҡ. Ни бары эш өсөн – ябай ҡап. Шулай ҙа Өфөнөң ике өлөшөндә ике ҡап төҙөргә йыйынабыҙ. Тик 2023 йылдан алдараҡ булмаясаҡ, 2024 йылға тиклем Өфөлә балалар күнекмәһе өсөн ике боҙ майҙаны төҙөлөр, тип уйлайым. Бындай объекттар башҡа ҡалаларға ла кәрәк. Әле Ишембайҙа төҙөлөп бөттө, киләһе йыл Октябрьский ҡалаһында буласаҡ. Баймаҡта проектлау эштәре бара, уны тамамлағас, Мәсәғүттә башланасаҡ.”, – тине республика Башлығы.

"Тура бәйләнеш"тә Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” уйынсыларын кисә “Металлург”ты еңеүҙәре менән дә ҡотланы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас