+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
6 Декабря 2021, 06:25

Никита Богданов - Европа чемпионы!

Өфөнөң Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге спортсыһы Никита Богданов 2021 йылда мотоуҙыш буйынса үткән Европа чемпионатында еңеү яуланы.

Никита Богданов - Европа чемпионы!Никита Богданов - Европа чемпионы!
Никита Богданов - Европа чемпионы!

Мартта уҡ булырға тейешле мотоуҙышсылар беренселеге декабргә күсерелеп, Томашув- Мозавецкиҙа (Польша) уҙҙы. Һауа торошо ла ярыштарҙы ойоштороусыларға ҡыйынлыҡ килтерҙе, боҙҙоң сифаты ла бик һәйбәт булмай – спортсыларҙың йыш йығылыуы ла ошонан килә. Ә беҙҙең яҡташыбыҙ һынатманы. Ул төп турнирҙа ла, финал уҙышында ла ышаныслы еңеү яуланы. Икенсе урында – швед Уве Ледстрем, өсөнсөлә – немец Лука Бауэр. Стәрлетамаҡ егете Дмитрий Солянников был юлы миҙалһыҙ ҡалды – 4-се урын.

Никита Богданов һуңғы йылдарҙа - Өфө мотоспортының иң сағыу йондоҙо. Уға - ни бары 20 йәш кенә, шуға ҡарамаҫтан,үҙен донъяға танытып өлгөрҙө. Белеүебеҙсә, Богданов – Өфөнән боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионы булған етенсе кеше. Унан алда Ғабдрахман Ҡадиров, Борис Самородов, Дмитрий Буланкин, Андрей Шишегов, Николай Красников һәм Дмитрий Солянниковтар был титулды алғайны.

Фото: Анатолий Ермоленко

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас