+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Декабрь 2021, 14:19

Хоккей миҙгеле асылды

Мәктәбебеҙ майҙансығында хоккей уйнау миҙгеле асылды.

Хоккей миҙгеле асылды
Хоккей миҙгеле асылды

Тантана хоккейсылар парады менән башланып, республикабыҙҙың флагын күтәреү хоҡуғы белем усағыбыҙ­ҙың иң яҡшы спортсылары – Вадим Буранбаев менән Динислам Маликовҡа бирелде. Унан һуң мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев менән Байназар ауылы хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов бары­һын да сәләмләп, уйын сәмле барыуын теләне.
Был көндө иң көслө командалар – Иҫке Монасип мәктәбе менән Байназар мәктәбе хоккейсылары боҙ­ҙа алышты. Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Ике яҡ та еңергә тырышты. Шулай алыш үткәне лә һиҙелмәне.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Иҫке Монасип мәктәбенең хоккей командаһы 9:6 иҫәбе менән еңеүгә иреште. Байназар хоккей командаһынан Вадим Буранбаев – иң яҡшы һаҡсы, Динислам Маликов – иң яҡшы һөжүмсе, Алмаз Ҡыямов – иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, ә Иҫке Монасип командаһынан Нурбулат Баймырҙин – иң яҡшы һөжүмсе, Аяз Муллағолов иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы булып танылды.
Был спорт байрамын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һәм киләсәктә лә хоккей уйындарында ҡатнашҡан командаларҙы үҙ боҙобоҙҙа ихлас көтөп ҡалабыҙ.

Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: