+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Декабрь 2021, 15:40

"ВелоБаласаҡ" проекты тамамланды

23 майҙа Өфөнөң "Ватан" паркында "ВелоБаласаҡ" республика байрамы үткәйне. Унда 700 кеше, шул иҫәптән 258 бала, велосипедта, беговелда, трюк яһау самокаттарында ҡатнашты.

"ВелоБаласаҡ" проекты тамамланды
"ВелоБаласаҡ" проекты тамамланды

Проект Рәсәй йәштәре эштәре буйынса Федераль агентлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

Октябрь айында Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында балалар өсөн "ВелоДВИЖ" квесы уҙҙы. Улар бик күп һынауҙар аша үтеп, төрлө бүләктәргә лайыҡ булды.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында  "Башҡортостанда Велошәфҡәтлелек" акцияһы ойошторолдо. Теләгәндәр иҫке велосипедтарын һәм запас өлөштәрен ҡабаттан ҡулланыу өсөн тапшырҙы. Шулай итеп, 2021 йылда барлығы 21 велосипед тапшырылды, шуларҙың 18-ҙе - Яңы йыл алдынан үҙҙәренең яңы хужаларын табасаҡ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: