+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2022, 00:25

Баймаҡтар һоҡландыра!

Татарстандың Зәй ҡалаһында Ринат Фәрдиев иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында баймаҡтар уңышлы сығыш яһаны. Рәсәйҙең 15 төбәгенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан ярышта райондан 7 көрәшсе көс һынашты.

Баймаҡтар һоҡландыра!
Баймаҡтар һоҡландыра!

Ильяс Байымов (50 килограмм ауырлыҡ категорияһында) II урын алһа, ә Мөхәмәт Яҡупов (60 килограмм ауырлыҡ категорияһында) III урынды яулаған. Уларҙы ярышҡа тренерҙар Рауил Арыҫланов, Айгиз Яҡшыбаев, Венер Нәбиев, Мөнир Яҡупов әҙерләгән."Һеҙгә ҡарап башҡа малайҙар ҙа көрәш майҙанына баҫыр һәм ысын батырҙар булып танылыр, тип ышанабыҙ", – тине Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.

Азамат Мөхәмәтшин.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: