+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2022, 19:45

Анна Щербакова алтын миҙал яуланы

Бөгөн Пекинда үткән Ҡышҡы олимпия уйындарында 17 йәшлек Рәсәй спортсыһы Анна Щербакова алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, һуңғы өс олимпиадала ла ҡатын-ҡыҙҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙекеләр еңеүгә лайыҡ булды.

Анна Щербакова алтын миҙал яуланы
Анна Щербакова алтын миҙал яуланы

2014 йылда Сочиҙа – Аделина Сотникова, 2018 йылда  Пхенчхандә – Алина Заһитова һәм быйыл – Анна Щербакова.

Олимпиада-2022-лә тағы бер спортсыбыҙ, 17 йәшлек Александра Трусова көмөш миҙал алды, ә бронза Япониянан Каори Сакамотоға эләкте. Үкенескә күрә, Камила Вәлиева программаны башҡарғанда хаталар ебәреп, IV урында ҡалды.

Фото: lt.sputniknews.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: