+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2022, 07:00

Йәш хоккейсылар ярышасаҡ

20 февралдә Өфөлә Зәки Вәлиди урамы, 3 адресы буйынса балалар хоккей командалары араһында "Ихата лигаһы" турнирының финалы уҙасаҡ. 

Йәш хоккейсылар ярышасаҡ
Йәш хоккейсылар ярышасаҡ

10-сы тапҡыр ойошторолған был ярыш Өфө ҡала хакимиәте һәм Өфө ҡала советы депутаты, проекттың авторы Павел Васильев призына үтә. 

Йәш хоккейсылар ике йәш төркөмөндә көс  һынаша: 10 - 12 йәшлектәр һәм 13 - 14 йәшлектәр. Район һәм һайлап алыу этаптарында 400-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Был үҫмерҙәрҙең спортты һайлауы маҡтауға лайыҡ. Хоккей - беҙҙә электән иң популяр ҡышҡы спорт уйыны. Әлеге уйынсыларҙан киләсәктә профессиональ уйынсылар ҙа сыҡмаҫ, тимә.

"Ихата лигаһы"ның финал уйындары иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ә көндөҙ 3-сө яртыла бүләкләү тантанаһы буласаҡ. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Йәш хоккейсылар ярышасаҡ
Йәш хоккейсылар ярышасаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: