+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2022, 12:43

Иң шәп шашкасылар кемдәр?

Өфөлә 14 йәшкә тиклемге балалар араһында урыҫ шашкаһы буйынса республика беренселеге үтте. Унда Стәрлетамаҡ,  Күгәрсен, Өфө райондарынан,  Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 50 йәш спортсы ҡатнашты.

Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?

Ярыштар шашка уйынының өс төрө буйынса барҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында алты комплект награда уйнатылды. Өфөнән Асҡар Борханов ике алтын һәм бер көмөш миҙал алды. Ишембайҙан Милана Мостафина ике I урынға лайыҡ булды. Ишембайҙан тағы бер шашкасы Злата Парахина алтын һәм бронза миҙалдарҙы эләктерҙе. Малайҙар араһында Өфөнән Михаил Бабинцев иң-иңе булып танылды.

Стәрлетамаҡтан Рафаэль Ильясов, Ишембайҙан Камилла Дауытова, Өфөнән Сафия Танһыҡҡужина, Мораҡтан Данир Зәйнетдинов икешәр призлы урынға лайыҡ булды. Ишембайҙан йәш шашкасы Софья Степанова – көмөш миҙал эйәһе.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса республика йыйылма командаһы төҙөлдө. Уның составына ингән йәш шашкасылар 17 – 26 мартта Һамар өлкәһендә  уҙасаҡ Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ.  

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: