+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2022, 14:10

Әбйәлилдән Уразаевтар - еңеүсе

Өфөнөң "Динамо" стадионында 2022 йылдың "Ғаилә спорт уйындары" республика фестивале үтте. 

Әбйәлилдән Уразаевтар - еңеүсе
Әбйәлилдән Уразаевтар - еңеүсе

Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортсотан бүлексәһе. Сарала район этаптарында еңеп, финалға сыҡҡан 52 ғаилә командаһы ҡатнашты. Билдәле булыуынса, был ярышта атай, әсәй  башланғыс синыфта уҡыған бер балаһы менән ҡатнаша. 

Командалар быйма кейеп хоккей уйнау буйынса, эстафеталарҙа ярышты. Һөҙөмтәлә, I урынды Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Уразаевтар ғаиләһе яуланы. Ҡалтасынан Миңлекәевтәр һәм Ауырғазынан Тимофеевтар II һәм III урындарға лайыҡ булды. 

Фото: БР мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: