-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2022, 11:00

"Мәктәптәргә - спорт көрәше"

"Мәктәптәргә - спорт көрәше" федераль программаһы республикабыҙҙа 2019 йылдан тормошҡа ашырыла башлағайны. Тәүгеләрҙән булып Өфө, Ишембай, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалалары, Иглин районы белем усаҡтарында спорт көрәше дәрестәр үткәрелә башланы.  

"Мәктәптәргә - спорт көрәше"
"Мәктәптәргә - спорт көрәше"

Әле Белорет ҡалаһында ошо проектты тормошҡа ашырыуға арналған республика семинары үтә. Унда физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары ҡатнаша. 

Хәҙерге көндә Башҡортостандың 83 мәктәбендә 6 меңдән ашыу уҡыусы спорт көрәше менән шөғөлләнә. 2024 йылға "Мәктәптәргә - спорт көрәше" программаһына 200 мәктәптең ҡушылыуы көтөлә. 

Республикала спорт көрәшенә ҙур иғтибар бирелә. Ә 2021 йылда Өфөлә йәштәр араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үтте. 

Фото: yandex.ru 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: