+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Спорт
21 Апреля 2022, 11:11

«Яугилде кубогы»на — волейбол ярыштары

Башҡортостан Республикаһы  Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ғафури районында «Яугилде кубогы»на волейбол ярыштары быйыл 14-се тапҡыр үткән. Ә алдағы йылдан ул төбәк-ара кимәлдә ойоштороласаҡ.

Әйткәндәй, министрлыҡ 2022 йылды волейбол йылы тип иғлан иткән.

Ғафури  районында уҙған ярышта Бурлынан Зәйнуллиндар ғаиләһе беренселекте алған. Ауыл командалары араһында ҡауарҙыларға етеүсе булмаған. Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмаған: Бурлы мәктәбе II урын яулаған. Еңеүсе командаларға күсмә кубоктар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған. Көтмәгәндә спорт министрлығының да командаларға кубоктар  биреүе ярышта ҡатнашыусыларҙы бигерәк тә ҡыуандырған.

Киләһе йыл был ярыш 15-се тапҡыр үтәсәк. Юбилей йылында ойоштороусылар күрше райондарҙан да волейболсыларҙы саҡырмаҡсы.

Фото:https://sport.bashkortostan.ru

"Яугилде кубогы"на - волейбол ярыштары
"Яугилде кубогы"на - волейбол ярыштары
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас