+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
7 Мая 2022, 06:59

Еңеү паркында эстафета үтте

"Молодёжная газета" гәзите  һәм Өфө ҡала хакимиәте приздарына еңел атлетика буйынса эстафета быйыл 73-сө тапҡыр уҙҙы. Еңеү паркында үткән спорт байрамы гөрләп үтте.

Еңеү паркында эстафета үттеЕңеү паркында эстафета үтте
Еңеү паркында эстафета үтте

Унда белем усаҡтарынан, колледж һәм техникумдарҙан, юғары уҡыу йорттарынан, спорт клубтарынан, төрлө коллективтарҙан 8-әр кешенән торған командалар - барлығы 2 меңләгән спортсы ярышты. Дистанцияның дөйөм оҙонлоғо - 3 километр 200 метр ине.

Сараға ҡунаҡтар - спорт ветерандары, кадеттар ҙа саҡырылғайны. 

Мәктәптәр араһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы командаһы еңеүсе булды. II урында - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, III урында - 93-сө лицей. Колледж һәм техникумдар араһында еңеүселәр - Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы спортсылары. Юғары уҡыу йорттары араһында Өфө дәүләт нефть-техник университетына етеүсе булманы. Үҫмерҙәр клубтары араһында "Диалог" һәм "Юность" командалары - беренсе. Шулай уҡ ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла иң-иңдәр билдәләнде: "Бөркөт" һәм БДМУ. Гастелло исемендәге клуб иһә спорт клубтары һәм ойошмалары араһында иң шәбе булып сыҡты. 

Фото:https://ufacity.

Еңеү паркында эстафета үтте
Еңеү паркында эстафета үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас