+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июнь 2022, 23:44

Ауыл тренерҙары 600 мең һумлыҡ сертификаттар алды

Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» проекты буйынса 600 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.

Был проект 2020 йылда ресрублика етәксеһе тәҡдиме менән Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыла башлағайны. 2022 йылдың тәүге яртыһында  сертификатты 20 райондан 50 тренер ала.

Тантаналы шарттарҙа Белорет районы спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү буйынса тренеры Елена Коноплина, Учалы ҡалаһынан еңел атлетика буйынса тренер Таһир Мәхмүтов, Балтас районынан футбол буйынса тренер Арсен Латипов, Ишембай районының 2-се спорт мәктәбенән спорт көрәше (грек-рим) буйынса тренер Заһир Ғарипов бүләкләнде. Улар барыһы ла һәләтле йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә бар тырышлыҡтарын һалған етәкселәр.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: