

Сараға шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищев, илдең Олимпия комитеты рәйесе Станислав Поздняков, данлыҡлы спортсы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Ирина Роднина, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили кеүек абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
Уҡыусыларҙың XI спартакиадаһы финалы 47 спорт төрө буйынса үтә. Финал ярыштары Рәсәйҙең 22 төбәгендә 25 майҙан алып 11 сентябргә тиклем барасаҡ. 494 комплект миҙал тапшырыласаҡ.
Башҡортостандың йыйылма командаһында 450-ҙән ашыу тренер һәм йәш спортсы. Яҡташтарыбыҙ спорт ярыштарының 43 төрөндә ҡатнаша.
Фото: https://www.bashinform.