-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июль 2022, 15:40

Уларға шахмат ене ҡағылған

Ҡыйғы районында йәшәүсе апалы-ҡустылы Зарина һәм Айҙар Хизбуллиндар менән таныштырмаҡсымын.

Уларға шахмат ене ҡағылған
Уларға шахмат ене ҡағылған

Зарина Үрге Ҡыйғы лицейының – дүртенсе, Айҙар икенсе синыфын тамамланы. Икеһе лә 5 йәштән шахмат менән мауыға. «Пешечка» шахмат клубына йөрөйҙәр. Тренерҙары Имаметдин Ғимал улы Бәширов уларҙы гел маҡтап телгә ала. Үҙ тиҫтерҙәре араһында төньяҡ-көнсығыш райондарының шахмат бәйгеһе еңеүселәре булыуға өлгәшкәндәр. Рауил Фәйрүзов хөрмәтенә уҙғарылған турнирҙа икенсе урынға сыҡҡандар.
– Быйыл март айында Өфөләге Ufa Chess шахмат академияһының яҙғы кубогында беренсе урын алдым, был – минең иң ҙур еңеүем, – ти Зарина.
Айҙар математика фәнен үҙ итә, футбол уйнарға ярата, эт-бесәйҙәр тәрбиәләй. Ҡайҙа ғына барһа ла, үҙе менән шахматын алып йөрөй ул. Ә апаһы ҡул эштәренә маһир. Сигеү, мәрйен теҙеү, үреү иң яратҡан шөғөлө икән.
Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған Хизбуллиндар йыр-бейеүгә лә оҫта, лицейҙарында үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашалар. Зарина «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физик культура-спорт комплексының бронза билдәһенә эйә булып, танытма, Рәхмәт хаты алып ҡыуанған.
Татыу һәм мөхәббәтле ғаиләлә үҫеп килә Айҙар менән Зарина. Атайҙары Иҙел Ранис улы «Сургутнефтегаз»да эшләһә, әсәйҙәре Зөлфиә Таһир ҡыҙы – психолог. Балаларының һәр башланғысын хуплап, дөрөҫ йүнәлеш биреп, дәртләндереп, ҡанатландырып тора улар.
Шахмат яратыусы туғандарға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға насип булһын!

Илһам ЛАТИПОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: