+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Июль 2022, 14:30

Салауат тоҡомдары һынатмай

Был мәктәптә уҡыусыларҙың буш ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн ҡыҙыҡлы саралар, ярыштар ойошторолоп тора. Төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй.

Салауат тоҡомдары һынатмай
Салауат тоҡомдары һынатмай

Белем усағы үҙенең спортсылары менән электән үк дан тота. Мәктәпкә директор итеп Айвар Радик улы Саҙретдинов тә­ғәйенләнгәс, ҡатнаш көрәш секцияһына йөрөүселәр ныҡ күбәйҙе. Сөнки етәксе балаларҙы ҡыҙыҡ­һындыра белә, етмәһә, үҙе өйрәтә был спорт төрө алымдарын.
Районыбыҙҙа ҡатнаш көрәш популярлыҡ яулай. Беҙҙәге секцияла шөғөлләнер өсөн башҡа ауылдарҙан да киләләр. Мә­ҫәлән, Әмирхан Әсмәндийәров Ахундан. Уны олатаһы оҙатып йөрөй. Балалар баҡсаһынан кескәйҙәр ҙә бар. Сорғот ҡалаһынан каникулға ҡайт­ҡан балалар ҙа Айвар Радик улы алып барған сек­цияла ихлас шөғөлләнә.
Хәҙер күптәре оҫтарып алған. Улар бөтә донъяға билдәле Джефф Монсон исемендәге приз өсөн алышта, Силәбелә панкра­тион буйынса турнир­ҙа уңышҡа ирешкән. Бына әле яңыраҡ Ҡырымдағы Алушта ҡалаһына барып ҡайттылар. Салауат тоҡом­дары унда ла һынатманы. Ленария Мөхәмәтйәнова алтын миҙал һәм Гран при яулаһа, Розалиә Ғарипова, Милена Хәкимова, Алтынай Шө­ғәйепова, Камил Камалов икенсе урын алды. Ә Зилина Йәғләмүнова үҙ ауырлыҡ үлсәмендә өсөнсө булды. Әмирхан Әсмәндийәров менән Ильяс Ситдиҡов та маҡтауға лайыҡ.
– Алушталағы турнирға автобуста барҙыҡ. Алыҫ ҡына ара. Юл арытһа ла, спортсыларыбыҙ һынатманы. Күп миҙалдар алып ҡайттыҡ, – ти ғорурлыҡ менән Айвар Радик улы.
Мәктәп директорынан уңды. Балаларҙың тырышлыҡтарын күреп, дәртләндерә белгәне өсөн уға ата-әсәләр исеменән рәхмәт әйтәбеҙ.

Гөлнара МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Салауат районы,
Әлкә ауылы.

Салауат тоҡомдары һынатмай
Салауат тоҡомдары һынатмай
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: