+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2022, 15:12

3 мең 500 баскетбол тубы таратыласаҡ

13 август - Физкультурниктар көнөндә Шишмә районындағы "Патриот" хәрби-патриотик паркы гөрләп торасаҡ: унда бер юлы ике сара уҙасаҡ.

3 мең 500 баскетбол тубы таратыласаҡ
3 мең 500 баскетбол тубы таратыласаҡ

Беренсенән, республика етәкселәренән торған 120-нән ашыу команда "Геройҙар уҙышы"нда ярышасаҡ. Икенсенән, баскетбол буйынса "(Оранжевый мяч") Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы уҙасаҡ. Унда район һәм ҡалаларҙан 126 команда ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, нәҡ ошо сарала йәш спортсыларға бер юлы 3 мең 500 баскетбол тубы таратыласаҡ. 

Балалар өсөн 15 ҡаршылыҡтан торған айырым трасса эшләйәсәк. Физкультурниктар көнөнә Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов, олимпия чемпиондары Светлана Антипова һәм Иван Едешконың килеүе көтөлә. 

Фото: bashinform.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: