+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Август 2022, 15:56

Донъя рекорды ҡуйған

Даяна Нафиҡова август башында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Ырымбурҙа үткән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы беренселегендә еңеүсе булғайны. Үткән аҙнала үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында үҙенең тиҫтерҙәре араһында абсолют чемпион исемен яуланы.

Донъя рекорды ҡуйған
Донъя рекорды ҡуйған

Донъя рекордын ҡуйған ул. “Ҡаршылыҡтар һыҙаты" дисциплинаһында, һынауҙы 16,3 секундта үтеп, еңеүгә өлгәшә. Штурмлау баҫҡысына үрләү, янғын эстафетаһында ла уға етеүсе булмай.

Донъя чемпионаты Брест ҡалаһында үткән. Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән Башҡортостан спортсылары Таһир Нафиҡов менән Максим Луценко ла ҡалышмаған. Таһир кесе йәштәге малайҙар төркөмөндә абсолют чемпион булһа, Максим иһә ике алтын, бер көмөш миҙал яулаған.

Фото: sun9-49.userapi.com.

Донъя рекорды ҡуйған
Донъя рекорды ҡуйған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: