+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Сентябрь 2022, 18:15

Марафон үтте

Бөгөн VIII Өфө халыҡ-ара марафоны үтте.

Марафон үтте
Марафон үтте

Унда 5,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында донъяның төрлө илдәренән, Рәсәй ҡалаларынан һәм төбәктәренән вәкилдәр бар ине. 

2, 5, 10, 21, 42 километр дистанцияға йүгереүселәр араһында еңеүселәр билдәләнде һәм бүләкләнде. Республика етәкселәре лә марафонда әүҙем ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров та бар. "Спорт менән даими шөғөлләнеү беҙҙең граждандар өсөн тормош нормаһына әйләнә барыуы ҡыуандыра, - тип яҙған ул  "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә бөгөнгө ҙур сара тураһындағы яҙмаһында. - Беҙ физкультура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға һәм инфраструктура булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл Светлана Хоркина исемендәге Башҡортостан гимнастика үҙәге асылды. Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы төҙөлә". 

Әйткәндәй, быйылғы марафон Башҡортостан Хөкүмәте грантына үткәрелгән. 

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: