+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2022, 15:15

Яҡташтарыбыҙ "Президент ярыштары"нда ҡатнаша

7 - 27 сентябрҙә "Орлёнок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә уҡыусылар араһында "Президент ярыштары" Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының йомғаҡлау этабы үтә. Унда илдең 82 төбәгенән һәм Луганск, Донецк республикаларынан барлығы 1 мең 482 уҡыусы ҡатнаша. 

Яҡташтарыбыҙ "Президент ярыштары"нда ҡатнаша
Яҡташтарыбыҙ "Президент ярыштары"нда ҡатнаша

Башҡортостандан Стәрлетамаҡтағы 32-се мәктәп командаһы һәм ауыл мәктәптәренән Красноусолдағы 1-се мәктәп командаһы ҡатнаша. 

Стәрлетамаҡтар шулай уҡ 14 сентябрҙән 4 октябргә тиклем "Смена" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә барасаҡ "Президент спорт уйындары" Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. 

Еңеүселәр Рәсәй Федерацияһы Президенты кубогы менән бүләкләнәсәк.

"Президент ярыштары" "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проектына ярашлы ойошторола.

Фото: https://vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: