-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2022, 08:05

Беҙҙең команда - II урында

"Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәгендә "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивален ябыу тантанаһы уҙҙы.

Беҙҙең команда - II урында
Беҙҙең команда - II урында

Ярыштарҙа илебеҙҙең 71 төбәгенән 555 уҡыусы ҡатнашты. Шулар араһында Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының II урын яулауы - ҡыуаныслы ваҡиға. Командала Өфө, Белорет, Салауат ҡалалары һәм Балтас, Көйөргәҙе, Бәләбәй райондарынан йәш спортсылар тупланған.

Фестивалдә балалар ГТО комплексына ингән дисциплиналар буйынса ярышты.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: