2 километр алыҫлыҡҡа 5 меңдән ашыу кеше ярышыр, тип көтөлә. Ағиҙел ярындағы сәхнәнән Дуҫлыҡ монументына тиклемге ара була был. Старт 12.00 сәғәттә биреләсәк.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамота, миҙал, кубоктар менән бүләкләнәсәк.
"Милләттәр кросы"ның төп маҡсаты - халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырыу.