+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Спорт
4 Октября 2022, 05:45

"Сәләмәтлек көнө"ндә

Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең башланғыс синыфтарында иң шәп, иң етеҙ, иң таһыл, иң зирәк ҡыҙҙар һәм малайҙар белем ала. Ҡайҙан беләм, тиһегеҙме? Яңыраҡ белем усаҡтарында «Сәләмәтлек көнө» уҙғарҙылар бит. Уҡыу­сыларҙың спорт менән дуҫ булыуҙарын шунда күреп ҡайттым.

"Сәләмәтлек көнө"ндә"Сәләмәтлек көнө"ндә
"Сәләмәтлек көнө"ндә

Иң тәүҙә мәктәп алдына йыйылып, физкультура уҡытыусыһы Рәүфәл Хәйҙәр улы Ғиләжев менән физик күнекмәләр эшләнеләр, унан һуң иң етеҙҙәрҙе асыҡлау өсөн кросс булды.
Башланғыс синыф уҡытыусылары Люциә Хәйҙәр ҡыҙы Фазлиәхмәтова, Миңзәлә Зәбир ҡыҙы Шәймәрҙәнова, Ләйсән Әмир ҡыҙы Таһирова, Эльвира Әхнәф ҡыҙы Ғайсиналар «Күңелле старттар» иғлан иткәс, мәктәп ихатаһы балаларҙың шау-гөр килгән тауышына күмелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар «Бөркөттәр», «Ҡарсыға», «Йәшен» командаларына бүленеп, төрлө спорт ярыштарында, эстафеталарҙа көс һынашты. «Мәргән уҡсы», «Ҡойроҡ», «Көнгөрә» уйындары айырыуса ҡыҙыу барҙы. Берәү ҙә бирешергә теләмәне. Тик шулай ҙа «Бөркөттәр» командаһына етеүсе булманы, улар иң-иңе тип табылды.
Шахмат, шашка уйындарын яратыусылар өсөн дә бәйге ойошторолдо, халыҡ уйындарында ла балалар ихлас ҡатнашты.
Сәләмәтлеккә бағышланған көн бына шулай күңелле үтте.

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

"Сәләмәтлек көнө"ндә
"Сәләмәтлек көнө"ндә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас