+14 °С
Болотло
VKOKTelegram
Спорт
5 Октябрь 2022, 10:25

Ауыл тренерҙарына - 1 миллион һум

Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла башлағайны.

Ауыл тренерҙарына - 1 миллион һумАуыл тренерҙарына - 1 миллион һум
Ауыл тренерҙарына - 1 миллион һум

2022 йылда 600 һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ауыл ерендә эшләгән 50 тренер алды. 

Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылда түләү 1 миллион һум буласаҡ. Был аҡсаны йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға тотонорға мөмкин. Тренер ауыл, ҡасаба, халҡы 100 меңгә етмәгән ҡала тибындағы ҡасабала кәмендә 5 йыл эшләргә тейеш була. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас