+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Спорт
14 Октября 2022, 10:14

"Мәктәп волейбол лигаһы"

Башҡортостанда “Мәктәп волейбол лигаһы” республика турниры үтә.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ярыштарҙа  VII – VIII синыфтарҙан барлығы 5 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ. Мәктәп буйынса иң көслөләр район этабына сыға. Артабан 16 ноябргә тиклем төбәк ярыштары уҙа. Унда еңеүселәр Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә 23 – 25 ноябрҙә үтәсәк финалда ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр кубок, миҙал, грамоталар менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ уларға спорт инвентаре һәм формалар тапшырыласаҡ.

Ярышты Өфө волейбол федерацияһы ойоштора. Сара Башҡортостан Республикаһы спорт министрлығының грант ярҙамы менән Өфө ҡала хакимиәте булышлығында үтә.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас