

Район хакимиәте һәм урман хужалығы министрлығы ярҙамында ағас алып, өмәләр яһап, майҙаны 16х8 булған бура ултыртҡандар. Әммә спорт залын төҙөп бөтөү өсөн тағы 2 миллиондан ашыу аҡса кәрәк әле. Тура бәйләнеш ваҡытында Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы халҡының республика етәксеһенә мөрәжәғәте яңғыраны һәм Радий Хәбиров ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Ауыл бәләкәй булһа ла, спорт менән шөғөлләнеүселәр, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр күп.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.