+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
31 Октябрь 2022, 18:00

Зәйнетдиновтар һоҡландыра!

Миәкә районынан башҡорт батыры, ике тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Айгиз Зәйнетдинов ошо көндәрҙә Ҡазанда үткән Рәсәй Кубогында еңеүсе булған.

Зәйнетдиновтар һоҡландыра!Зәйнетдиновтар һоҡландыра!
Зәйнетдиновтар һоҡландыра!

Билбау көрәше буйынса ярышта илдең егермеләгән төбәгенән 100-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашҡан. Май айында үтәсәк Донъя кубогында Айгиз  Зәйнетдинов Рәсәй данын яҡлаясаҡ. 

Әйткәндәй, яңыраҡ уның 7 йәшлек улы Ислам да турникта 500 тапҡыр күтәрелеп әйләнеп, донъя рекорды ҡуйғайны. Зәйнетдиновтар һоҡландыра!  

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас