

Был турала Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге Ҡазан ҡалаһында уҙҙы. Эвелина спорттың был төрө менән V синыфтан шөғөлләнә башлаған. Тренеры - Салауат Дауытов. Йәш спортсы алдына артабан да спорт менән ныҡышмалы шөғөлләнергә, яңы еңеүҙәр яуларға маҡсат ҡуя.
Эвелинаны донъя кимәлендә еңеүе менән ҡотлайбыҙ!