

Дөйөм алғанда, һуңғы 4 йылда Башҡортостанда 49 шундай майҙансыҡ булдырылған.
Ике «аҡыллы» спорт майҙансығы төҙөлгән. Шуларҙың береһе Стәрлетамаҡтың 33-сө мәктәп билмәһендә 8 ноябрҙә асылды. Унда футбол яланы, баскетбол, волейбол уйнау өсөн урындар, йүгереү юлы, тренажёрҙар, 100 урынлыҡ трибуна – спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Майҙаны 5 мең квадрат метрға яҡын булған был майҙансыҡ “Бизнес спринт» федераль проекты буйынса барлыҡҡа килгән.
Фото: yandex.