

Был турала республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итәләр.
IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленә 450 йәш спортсы киләсәк. Шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре уҡыусылары ла. Алты спорт төрө буйынса ярыштар 14-нән 19 ноябргә тиклем барасаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы 15 ноябрҙә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә буласаҡ.
Йәш спортсылар ярышыр ҙа, бер-береһе менән яҡындан танышып дуҫлашыр ҙа был спорт байрамында.
Фото: yandex.