+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
15 Ноябрь 2022, 06:02

Геройҙар иҫтәлегенә арнап

Өфөлә 2007 - 2012 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында самбо буйынса "Йондоҙ" тип аталған I Бөтә Рәсәй балалар турниры үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм Белоруссияның Гомель өлкәһенән 700-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 

Ярыш республика Башлығы грантына Рәсәй геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә ойошторолдо. Унда махсус операция барышында һәләк булғандарҙың яҡындары ла килде. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

 2007 - 2008, 2009 - 2010 һәм 2011 - 2012 йылғылар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Йәш спортсыларҙа еңеүгә ынтылыш, көслө характер тәбиәләгән самбо буйынса турнир алдағы йылдарҙа ла ойоштороласаҡ.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас