

Унда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ҡатнашлығында IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален асыу тантанаһы булды.
Быйыл ярыштарҙа 13 - 15 йәштәге 400-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Улар ете спорт төрө буйынса көс һынашасаҡ: мини-футбол, баскетбол, баскетбол 3х3, волейбол, бадминтон, өҫтәл теннисы, шахмат.
Фестивалде асыу тантанаһында йәш спортсыларҙы Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың видеомөрәжәғәте, башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың сығыштары яңғыраны.
Төрлө дәүләт вәкилдәренең үҙ флагтарын тотоп, дуҫтарса сәләмләп парадта уҙыуы бик матур күренеш булды. Спортсылар антын биргәндән һуң һәр команда вәкиле үҙенең туған телендә "ант бирәм" тип әйтте. Балалар был спорт байрамынан үҙ-ара яҡындан танышып, дуҫлашып та ҡайтыр әле.
Иртәгә спорт ярыштары башлана. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреләсәк. Шулай уҡ Өфө буйлап сәйәхәт ойошторола, "Нур" татар театрына спектаклгә барасаҡтар, "Салауат" һәм "Сочи" командалары араһында хоккей уйынын ҡараясаҡтар.
18 ноябрҙә фестивалде ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙасаҡ.
Автор фотолары.