+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
18 Ноября 2022, 14:06

Спортсыларҙы Ирина Роднина ла сәләмләне

Бөгөн Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ҡатнашлығында IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. 

Спортсыларҙы Ирина Роднина ла сәләмләнеСпортсыларҙы Ирина Роднина ла сәләмләне
Спортсыларҙы Ирина Роднина ла сәләмләне

Йәш спортсыларҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сәләмләне. Тантанаға "Мәктәп спорты" Бөтә Рәсәй федерацияһы Президенты, Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, фигуралы шыуыу буйынса 3 тапҡыр олимпия, 10 тапҡыр донъя чемпионы Ирина Роднинаның да килеүе үҙе бер мәртәбә ине.

- Һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын. Был фестиваль кем өсөндөр ҙур спортҡа тәүге аҙым, тәүге баҫҡыс булыр. Моғайын, үҙегеҙгә күп дуҫтар тапҡанһығыҙҙыр, артабан аралашып торорһоғоҙ. Һәр берегеҙҙең матур тәьҫораттар менән ҡайтыуығыҙға ышанам.  Бала саҡ хәтирәләре онотолмай бит ул, - тине ул. 

- Спорт халыҡтарҙы, илдәрҙе, ҡалаларҙы, балаларҙы, уҡыусыларҙы берләштерә. Дуҫлыҡ, тыныслыҡ, спорт айырылғыһыҙ. Буласаҡ спорт йондоҙҙары нәҡ ошондай фестивалдәрҙә ҡабына ла инде, - тине Руслан Хәбибов.

Фото: https://vk.com/khabibovrt/. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас