+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2022, 09:30

Өфөгә биатлонсылар килә

Декабрь айында Башҡортостанда биатлон буйынса Рәсәй кубогына ярыштар уҙғарыла. Был хаҡта социаль селтәрҙә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

13-19 декабрҙә Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүртенсе этап ярыштары ойошторола. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 150 спортсының ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостанда биатлон Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Ишембай һәм Белорет райондарында үҫеш алған.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: