+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ноябрь 2022, 15:10

Ирина Роднина үҙе ҡотланы

Уҙған аҙнала Өфө тағы уҡыусыларҙың спорт үҙәгенә әүерелде. Был юлы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ҡатнашлығында IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтте. Унда Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Молдова, Беларусь республикаларынан, Рәсәйҙән һәм Башҡортостандан 11 команда ҡатнашты.

Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Ирина Роднина үҙе ҡотланы

13 – 15 йәштәрҙәге 400-ләп ҡыҙ һәм малай мини-футбол, баскетбол, баскетбол 3х3, волейбол, бадминтон, өҫтәл теннисы, шахмат буйынса ярышты. Йәш спортсылар тормошонда ҙур ваҡиға булды ул. Төрлө тарафтарҙан йыйылған көслө, ҡыйыу, етеҙ үҫмерҙәр ярышып ҡына ҡалманы, бер-береһе менән танышты, аралашты, дуҫлашты. Артабан да хәбәрләшеп торорҙар әле.
Бай йөкмәткеле мәҙәни-ял программаһы ла төҙөлгәйне: «Өфө-Арена»ла хоккей уйынын ҡарау, «Нур» татар театрына спектаклгә барыу, Башҡорт­остан Республикаһының Милли музейында булып, халҡыбыҙҙың тарихи үҫеше, республикабыҙҙың тәбиғәте, хай­уандар, ҡоштар донъяһы, халыҡ кәсептәре менән танышыу йәш спортсыларға оҡшағандыр, моғайын. Был саралар көн һайын спорт ярыштарынан һуң ойошторолдо.
Сәмле алыштарҙың күбеһе Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә бар­ҙы. Көслө командалар йыйыл­ғайны. Унда Башҡортостан үҫмерҙәре лә һынатманы. Бадмин­тон буйынса командабыҙ I урын яуланы. Республикабыҙ данын Өфөнөң 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Шәхси беренселектә – ҡыҙҙар ара­һында Юлия Баландина, егеттәр араһында Фәрхәт Шәрипов алтын миҙалға лайыҡ булды.
Шахмат буйынса беҙҙекеләр (республика иҡтисад интернат-лицейы уҡыусылары) II урынға сыҡты. Алиса Мотина – көмөш, Батыр Солтанғолов бронза миҙал яуланы. Баскетболсы­лар ҙа һоҡландырҙы. Бөрөләге 1-се мәктәптең «Орион» командаһы (етәкселәре – Алексей Ляпустин) шулай уҡ II урын алды. Йәш баскетболсылар Ксения Баязова, Диана Кайбышева, Елизавета Лысова, Кристина Имаева оҫталыҡ күр­һәтте. Исемдәрен киләсәктә лә ишетербеҙ әле. Спорт йондоҙҙары нәҡ ошондай ярыштарҙа ҡабына бит.
Өҫтәл теннисы буйынса Баш­ҡортостан исеменән уйнаған Мишкәләге 1-се лицей командаһы фестивалдә бронза миҙал менән бүләкләнде. Йәш волейболсылар ҙа – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы егеттәре өсөнсө булып һөйөндө. Шулай уҡ мини-футбол буйынса ярышта ла III урын – беҙҙең командала. Ҡотлайбыҙ!
Ә дөйөм иҫәп буйынса Әрмәнстан спортсылары I урында.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ҡатнашлығында IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Йәш спортсыларҙы Башҡорт­остан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, спорт министры Рус­лан Хәбибов, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова бүләкләне. Тантанаға «Мәктәп спорты» Бөтә Рәсәй федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса дәүләт комитеты рәйе­се урынбаҫары, фигуралы шыуыу буйынса 3 тап­ҡыр олимпия, 10 тапҡыр донъя чемпионы Ирина Роднинаның да килеүе үҙе бер мәртәбә ине.
– Һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын. Был фестиваль кем өсөндөр ҙур спортҡа тәүге аҙым, тәүге баҫҡыс булыр. Моғайын, үҙегеҙгә күп дуҫтар тапҡанһығыҙҙыр, артабан аралашып торорһоғоҙ. Һәр берегеҙҙең матур тәьҫораттар менән ҡайтыуына ышанам. Бала саҡ хәтирәләре онотолмай бит ул, – тине бөтә донъяға билдәле Мәскәү ҡунағы.
2023 йыл – фестивалдең юбилей йылы, ул 10-сы тапҡыр ойоштороласаҡ. Ошо айҡанлы Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы уҡыусылары араһында айырым ярыштар үтәсәк.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Ирина Роднина үҙе ҡотланы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: