+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
30 Ноября 2022, 09:02

Минара Шаһбанова Рәсәй йыйылма командаһына инде

Үткән ял көндәрендә Мәскәүҙә каратэ-киокусинкай буйынса Рәсәй чемпионаты һәм үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге үтте. Унда Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы лицейының X синыф уҡыусыһы Минара Шаһбанова еңеүгә өлгәште.

Ҡыҙ үҙенең ауырлыҡ үлсәме буйынса I урын яулап, Рәсәй йыйылма командаһына эләкте. Йәш спортсыны һәм уның тренеры Артур Хөснөтдиновты ҡотлайбыҙ!

Минара ошо йылдың октябрендә каратэ-киокусинкай буйынса Новосибирск ҡалаһында уҙған халыҡ-ара ярышта ла еңеүсе булғайны. Ә 2019 йылда, 13 йәшендә, Португалияла уҙған донъя чемпионатында каратэ буйынса чемпион исемен яулағайны. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас