+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2022, 21:49

Ишембай ҡыҙы - еңеүсе

Ишембайҙан Физәлиә Сәғиҙуллина ҡул һуғышы буйынса Рязань ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатында I урын яулаған. 

Унда илдең 44 төбәгенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Физәлиә 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал алған. Был еңеүе ҡыҙға 2023 йылдың июлендә Астанала уҙасаҡ донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын бирә.

Былтыр Фирзәлиә Сәғиҙуллина панкратион буйынса Харьковта үткән донъя чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны. 

Фото "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: