+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Декабрь 2022, 15:20

Батырхан Ғайсин — иң мәргән уҡсы!

Сибай ҡалаһында уҡ атыу буйынса балалар араһында республика чемпионаты үтте. Унда Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин иң күп мәрәй йыйып, иң мәргән уҡсы булып танылды.

- Ярышта 10 - 13 йәшлек 31 спортсы ҡатнашты. Улар араһынан иң күп мәрәйҙе Батырхан йыйҙы. Мәргән уҡсы диплом менән бүләкләнде. Хәҙер ул йәштәштәре араһында  иң яҡшы уҡсы һанала. Еңеүсенең атаһы Фәим Ғайсинға сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды", - тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: vesti.info

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: