-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь 2022, 10:05

«Урал классикаһы»нда Панин командаһы еңде

Былтыр «Салауат Юлаев» хоккей командаһының капитаны Григорий Панин менән «Металлург»тан Егор Яковлев балалар матчы буласағы тураһында хәбәр иткәйне. Әммә пандемия арҡаһында ул үткәрелмәне.

«Урал классикаһы»нда Панин командаһы еңде
«Урал классикаһы»нда Панин командаһы еңде

Бына, ниһайәт, Әбйәлил районының матур тәбиғәтле Яҡтыкүл боҙонда капитандар осрашты һәм балаларға онотолмаҫлыҡ уйын ойошторҙо. Был турнир «Урал классикаһы» тип аталды. Унда яратҡан командабыҙ «Салауат Юлаев» һәм «Металлург» хоккейсылары, Рәсәй йыйылма командаһынан футболсылар, блогерҙар, билдәле сәхнә йондоҙҙары ҡатнашты.

Турнирҙа алты матчтың бишәүһендә балалар көс һынашты. Рәсәй хоккей тарихында беренсе «Урал классикаһы»нда дөйөм иҫәптә Григорий Паниндың командаһы еңде. Ҡотлайбыҙ!

«Урал классикаһы»нда уйнап ҡына ҡалманылар. Байрамдың төп ойоштороусылары Егор Яковлев менән Григорий Панин Әбйәлил районының Ташбулат, Байым һәм Хәлил мәктәптәренә хоккей кәрәк-яраҡтары бүләк итте.

«Зенит» футбол клубының элекке ҡапҡасыһы беҙҙең яҡтарҙа беренсе тапҡыр. «11 ай хоккей менән шөғөлләнәм. Был - минең өсөн яңы спорт. Бында мине нығыраҡ беләләр һымаҡ тойолдо. Бөтәһе лә фотоға төшәйек, тип яныма килде. Санкт-Петербургта ундай булғаны юҡ ине», – тип тәьҫораттары менән бүлеште ул. Ә КХЛ телеканалының етәксеһе Дмитрий Фёдоров: «Балалар ныҡ ҡыуанды, өлкәндәр ҙә. Бындай байрамдар күберәк булырға тейеш. «Урал классикаһы»ның дауамы булыр, тип уйлайым. Беҙ бала саҡҡа ҡайтып әйләндек», – тине.

Ә бөгөн киске сәғәт 7-лә «Өфө-Арена»ла «Мишкопад» буласаҡ. Был хәйриә акцияһы йыл һайын уҙғарыла. Йыйылған аҡса ярҙамға мохтаж балаларға тапшырыласаҡ.

 

Фото: https://vk.com/kusim?z=photo-25563346_457242682%2Fwall-25563346_11182

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: