+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар 2023, 13:20

Кемдәр еңеүсе булыр?

Әле «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2023» республика фестиваленең муниципаль этабы бара.

Кемдәр еңеүсе булыр?
Кемдәр еңеүсе булыр?

Был матур сараның маҡсаты: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, каникул көндәрен файҙалы шөғөлдәр менән үткәреү, республиканың иң көслө командаларын асыҡлау.

«Яңы йыл ғаилә уйындары»нда башланғыс синыфта уҡыған бала атаһы һәм әсәһе менән бер команда булып ҡатнаша. Улар «Күңелле старттар» күп этаплы уйынында ярыша: быйма кейеп хоккей уйнау (буллит), теннис тубын сәкән менән этеп, конустар араһынан 15 метр араға алып барыу һәм кире килтереү, ҡулса менән йүгереү (эстафета).

Өфөнөң « Динамо»  стадионында үтәсәк финалда Башҡортостандың 63 төбәгенән спорт һөйөүсе ғаиләләр ҡатнашасаҡ. I, II, III урын яулаусылар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең иҫтәлекле бүләктәре, кубоктары, Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының грамота һәм миҙалдары менән бүләкләнәсәк. 

Фото: vk.com.

Кемдәр еңеүсе булыр?
Кемдәр еңеүсе булыр?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: