+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2023, 14:35

Барлығы 9 миҙал!

Башҡортостан самбосылары Ҡазанда уҙған самбо буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә 9 миҙал яулаған. 

Барлығы 9 миҙал!
Барлығы 9 миҙал!

Турнирҙа 16 йәшкә тиклемге 500 егет һәм ҡыҙ көс һынашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Спорт министрлығы хәбәр итә.

Артём Гусев, Риана Солтанова — алтын, Арсен Ильясов, Камилә Ильясова һәм Алеся Шәрипова  көмөш, Кирилл Кириллов, Арина Щукина, Анастасия Белаш һәм Аделина Хәйруллина бронза миҙалдарға лайыҡ булған. Хәҙер улар Рәсәй беренселегендә республика намыҫын яҡларға тейеш.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: