+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар 2023, 16:16

Физкультура уҡытыусылары ла миллион аласаҡ

Республикабыҙҙа "Ауыл тренеры" проекты буйынса  түләүҙең быйылдан 1 миллион һумға еткерелеүе тураһында беләһегеҙ инде. 

Физкультура уҡытыусылары ла миллион аласаҡ
Физкультура уҡытыусылары ла миллион аласаҡ

17 февралгә тиклем ошо йүнәлештә ғаризалар ҡабул ителә. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән "Ауыл тренеры" проекты буйынса түләүҙәр тураһындағы хоҡуҡи документҡа үҙгәрештәр индерелгән һәм 1 миллионға хәҙер тренерҙар ғына түгел, педагогик хеҙмәткәрҙәр ҙә дәғүә итә ала. Бик дөрөҫ, шулай бит, дуҫтар?! Документ менән https://npa.bashkortostan.ru/38133/  һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.

Фото:yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: