+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2023, 17:10

Дзюдо буйынса ярыш үтте

"Дим" ҡатнаш ҡара-ҡаршы көрәш, бокс һәм көрәш үҙәге Өфөләге Кузнецов затоны биҫтәһендә асылған "Балалар һәм үҫмерҙәр "Держава" спорт үҙәге" проектын тормошҡа ашырыу өсөн башлап шөғөлләнеүсе спортсылар араһында ярыштар үткәрҙе. 

Дзюдо буйынса ярыш үтте
Дзюдо буйынса ярыш үтте

Йәкшәмбе көндә "Дим" һәм "Держава" спорт үҙәгенең 9-15 йәшлек 116 тәрбиәләнеүсеһе чемпион исемен яулау өсөн көрәште. 

Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә дипломдар һәм миҙалдар тапшырылды. Еңеү шатлығын башлап шөғөлләнеүселәр генә түгел, тәжрибәле спортсылар, тренерҙар ҙа кисерҙе. Тиҙҙән был балалар республика һәм ҡала ярыштарында ла үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ, шуға ла был ярышта алған тәжрибәләре киләсәктә еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итер, тигән ышаныстабыҙ. 

"Держава" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн көрәш үҙәген булдырыу проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Дзюдо буйынса ярыш үтте
Дзюдо буйынса ярыш үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: