+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Спорт
3 Февраля 2023, 11:10

Бронза миҙал - Илья Шадринда

Башҡортостан спортсыһы Илья Шадрин тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яуланы.

Бронза миҙал - Илья ШадриндаБронза миҙал - Илья Шадринда
Бронза миҙал - Илья Шадринда

Белореттың «Морат» тау саңғыһы комплексында 12-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Л.В. Кедрина иҫтәлегенә турнир бара.

Кисә «слалом-гигант» төрөндә тәүге миҙалдар уйнатылды. Арауыҡты үтеү йомғаҡтары буйынса Мәскәү спортсыһы Артемий Липов беренселекте бирмәне, икенсе урынды илебеҙҙең баш ҡалаһынан Фёдор Лебедев алды, өсөнсөлә — Башҡортостандан Илья Шадрин.

Иң көслө ун спортсы иҫәбендә лә Башҡортостан вәкилдәре  бар — Егор Сорокин (5-се урын) һәм Михаил Труфанов (8-се урын).

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас