+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль 2023, 13:22

Әлиә Мөхәмәтйәнова - тағы еңеүсе!

Самбо буйынса Рәсәй беренселегендә Әлиә Мөхәмәтйәнова алтын миҙалға лайыҡ булған. Ҡотлайбыҙ!

Әлиә Мөхәмәтйәнова - тағы еңеүсе!
Әлиә Мөхәмәтйәнова - тағы еңеүсе!

Әлиә - Өфө ҡалаһы Дим районындағы "Батыр" спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Тренеры - Станислав Орлов. 

Армавирҙа үткән ярышта Рәсәйҙең 78 төбәгенән 600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Әлиә 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ҡыҙҙар араһында беренсе булып, илдең йыйылма командаһы составына ингән. Тимәк, апрелдә Израилдә үтәсәк Европа һәм октябрҙә донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ. 

Әлиә Мөхәмәтйәнова 2021 йылда Рәсәй һәм Европа беренселегендә еңеүсе булғайны. Артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: