-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2023, 11:41

Хәрәкәттә – бәрәкәт!

Саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнау бигерәк тә сәләмәтлеккә файҙалы. Ябай ғына уйындар аша ла иғтибарҙы, хәтерҙе яҡшыртырға, ихтыяр көсөн тәрбиәләргә һәм һаулыҡты нығытырға була.

Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!

Ошо көндәрҙә  районыбыҙҙың “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре Исламбай ауылында ҙур байрам ойошторҙо. Унда йәше-ҡарты йыйылды, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте. Күңелле уйындарҙа олоһо ла, кесеһе лә бик теләп ҡатнашты. Улар ике командаға бүленеп, етеҙлекте, сослоҡто һынаған төрлө хәрәкәтле уйындарҙа ярышты. Сараға килгәндәр мауыҡтырғыс уйындарҙа ихласлыҡ менән ҡатнашып, саф һауала туйғансы уйнап, өйҙәренә ыңғай тәьҫораттар алып, яҡшы кәйеф менән таралышты.

Сәләмәтлек байрамын ойоштороусы “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: vk.com.

    Флүзә ӘХМӘТЙӘНОВА.

    Бөрйән районы.

 

Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: