+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2023, 23:37

Тәүге көмөш миҙал!

23 февралдән 5 мартҡа тиклем Кузбаста «Азия балалары» халыҡ-ара ҡышҡы спорт уйындары уҙа.

Тәүге көмөш миҙал!
Тәүге көмөш миҙал!

Унда Азия илдәренән, Рәсәйҙән, Белорусь Республикаһынан 846 йәш спортсы ҡатнаша. 10 спорт төрө буйынса ярыштар үтә, 57 комплект миҙал уйнатыла.

Тәүге уңыштар ҙа бар. Кёрлинг буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы Алыҫ Көнсығыш федераль округы командаһын 9:5 иҫәбе менән еңгән.

Ски-кросс буйынса яҡташыбыҙ Диана Популова көмөш миҙал яулаған.

Йәш спортсыларыбыҙға тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ.

Фото: vk.com/minsport.

Тәүге көмөш миҙал!
Тәүге көмөш миҙал!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: