+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2023, 16:35

Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!

Беҙҙең йәш спортсылар Валерия Древновская, Айһылыу Ниғмәтйәнова, Булат Миңлейәров ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә I, II урындарға лайыҡ булған. 

Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!
Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!

Выборг ҡалаһында үткән ярышта илдең 59 төбәгенән 504 йәш спортсы ҡатнашҡан. Еңеүселәр 15 һәм 17 йәшкә тиклемгеләр араһында билдәләнгән. 

15 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Валерия Древновская алтын миҙал яулаған. Әйткәндәй, 2021, 2022 йылдарҙа ла был ҡыҙ ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә еңеүсе булған.

Айһылыу Ниғмәтйәнова - 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә, Булат Миңлейәров 61 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көмөш миҙал алған. Афарин, ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!
Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!
Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!
Рәсәйҙә иң-иңдәре улар!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: